Ул Салауат районында ойошторола. Байрам башҡорт халҡының милли батыры, яугир һәм сәсән Салауат Юлаевтың тыуыуына 271 йыл тулыуға бағышлана. Халыҡ ижады үҙәгенән белдереүҙәренсә, йыйын барышында иң яҡшы сувенир продукцияһына конкурс уҙғарыу ҡарала. Шулай уҡ “Салауат бәйгеһе” республика турниры үтә. Салауат Юлаев призына көрәш буйынса ярыш ойошторола.