Алдағы ял көндәрендә сүп-сарҙы сығарыу эше туҡталмаҫҡа тейеш

Премьер-министр Андрей  Назаров ошоға иғтибар итергә  ҡушты. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарында эш яҡшы ойошторолған, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса оператив штаб булдырылған. Башҡортостанда был аҙнала өс көнлөк ял ҡаралған. Киләһе эш аҙнаһы ла ҡыҫҡа була.