1 июлдән Өфө – Силәбе араһында «Ҡарлуғас» поезы йөрөй башлай

Силәбе ҡалаһына тиклем «Ҡарлуғас» электропоездында. Быйыл 1 июлдән Өфө тимер юлынан яңы маршрут асыла. Был турала Куйбышев тимер юлы етәксеһе Вячеслав Дмитриев Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуында билдәләне. Эшлекле һөйләшеү барышында инфраструктураны үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы инвестиция проекты, пассажирҙар һәм йөк ташыу буйынса пландар һәм бурыстар ҡаралды. Шулай уҡ яҡтар араһында алдағы биш йылда хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Компания киләһе йылдан баш ҡаланан Һамар һәм Магнитогорскиға тиклем дә «Финист» менән «Ҡарлуғас» электропоездарын ебәрергә планлаштырған.

Йыл башынан республикала тимер юлы хеҙмәте менән 2 миллион 400 меңгә яҡын пассажир файҙаланған. Йөк ташыу күрһәткесе 8 миллион тоннанан ашҡан. Компания етәкселеге туризмды үҫтереү мөмкинлектәрен киңәйтергә лә иҫәп тота.

Башҡортостан үҙенең тәбиғәте, тауҙары, йылғалары менән барыһын да таң ҡалдыра. 5 сентябрҙән алып 7-нә тиклем Өфө тимер юлы вокзалында туризм буйынса күргәҙмә ойошторабыҙ. Сара сиктәрендә Белорет районындағы Шәреташ ҡаяһында яңы туҡталыш асабыҙ. Халыҡ араһында ул ҙур ихтыяж менән файҙаланыр тип көтөлә.

Вячеслав Дмитриев, Куйбышев тимер юлы етәксеһе