Төҙөкләндереү эштәренең август урталарына тиклем дауам итере көтөлә. 1980 йылда сафҡа ингән күпер һуңғы тапҡыр 11 йыл элек ремонтланған булған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү өсөн күперҙең бер өлөшө төндә ябыла. Хәҙер автомобилдәр ҡалаға ингән юлдың яртыһы буйлап ҡына хәрәкәт итә ала. Юл ябылыу менән участкала эштәр йәнләнде. Юл ситендәге ҡоролмалар һүтелгәндән һуң, асфальттың өҫкө ҡатламын алыуға тотоналар.
1980 йылда төҙөлгән һәм авария хәлендә тип танылған объектта ремонт һуңғы тапҡыр бынан 11 йыл элек яһалған булған. Булгаков ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә төп ремонт эштәре иң ҡыҫҡа трафик буйынса - июнь һәм июль айҙарында уҙасаҡ. Подрядсы ойошма тәүлек әйләнәһенә, ял һәм байрам көндәрһеҙ эшләйәсәк.
Күперҙең оҙонлоғо яҡынса 140 метр. Ремонт ваҡытына ул өлөшләтә ябыла. Водителдәр өсөн өс һыҙат эшләйәсәк, уларҙың береһе реверсив була. Транспорт ағымын светофор көйләйәсәк. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы альтернатив юлдарҙы һайларға кәңәш итә. Тығында торорға теләмәүселәр Дубки-Сихонкин-Ольховое-Мокроусов, йәки Зубов-Нижегородка-Осоргин-Янғалыш юлдары аша урап үтә ала.
Азат Ғәлиуллин