Бүздәк ауылының 2-се мәктәбендә «Минең Атайсалым» исемле осрашыу үтте. Сараға ошо районда тыуып-үҫкән, әлеге ваҡытта төрлө вазифаларҙа эшләүсе яҡташтар, урындағы эшҡыуарҙар йыйылды.
Бүздәк районында «Атайсал» проекты буйынса 722 проект тормошҡа ашырылған, уларҙың дөйөм суммаһы 45 миллион һумдан ашыу. Осрашыу барышында муниципалитеттың социаль-иҡтисади хәле, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү тураһында сығыштар яңғыраны. Район хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев әйтеүенсә, тыуған ерҙән ситтә йәшәһәләр ҙә, атайсалдары тураһында онотмай, төрлө социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүселәр, төбәкм тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар күп. Осрашыуҙа шулай уҡ Бүздәк районы яҡташтар ойошмаһының яңы рәйесе һайланды, совет булдырылды. Ойошманы хәҙер Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Лида Иҫәргәкова етәкләйәсәк.