Дошманды мотлаҡ еңәсәкбеҙ һәм имен тормошта йәшәйәсәкбеҙ. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускта булған Башҡортостан яугирҙары шундай фекерҙә. Тыуған яҡ һауаһын һулап, йәнә көс туплағандан һуң, яҡташтарыбыҙ хәрби позицияларына ҡайтты.
Бөгөндән яугирҙар өсөн фронт тормошо дауам итә. Бында улар тәүлек әйләнәһенә йәшәү һәм азатлыҡ өсөн көрәш алып бара. Ватан һаҡсылары үҙҙәре менән кәрәкле әйберҙәр, туғандарынан күстәнәстәр һәм ғаилә усағының йылыһын да алып килгән. Отпуск ваҡытында тупланған көс-ҡеүәт хәрбиҙәргә артабан да бандеровсыларҙы тар-мар итергә ярҙам итәсәк.
Башҡортостанда хәрбиҙәрҙе ялға алып ҡайтыу һәм кире оҙатыу ныҡлы яйға һалынған. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яугирҙар уңайлы автобустарҙа йөрөй. Оҙон юлда водителдәр ҙә арырға тейеш түгел. Шуға ла улар өс сәғәт һайын бер-береһен алмаштырып бара. Ә инде хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө ошо уҡ автобустар менән тыуған яҡтарына ҡайтып китте.