Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт алды

Район һәм ҡалаларҙа 1 мең 900-гә яҡын балалар лагеры эшләй, тематик сменалар булдырылған. Республиканың мәғариф министрлығы башлығы Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, һауыҡтырыу учреждениеларында санитар- эпидемиологик тикшеренеү үткәрелгән, килеп тыуған мәсьәләләр эш тәртибендә хәл ителгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һауыҡтырыу кампанияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балалары өсөн урындар ҡаралған. Әле  июль һәм август айҙарына путевкаларға ғаризалар әҙерләнә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостанда быйыл балалар лагерҙарында 500 мең самаһы уҡыусы ял итә.