Быйыл яңы уҡыу йылына 35 мәктәп, 2 балалар баҡсаһы һәм 3 колледж тәртипкә килтерелә. Эштәр мәғариф учреждениеларын капиталь ремонтлау дәүләт программаһы буйынса алып барыла. Был маҡсатта 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Республика уҙған йылда төҙөкләндерелгән мәктәптәр һаны буйынса алдынғылар иҫәбенә инде. Федераль программаға ярашлы 6 белем биреү усағы төҙөкләндерелде.