Өфө мәсеттәре Ҡорбан байрамына әҙерләнә

Ғәйет намаҙы 20-нән ашыу иман йортонда үтә. Баш ҡалала ике урында ҡорбан салыу майҙансығы булдырылған. Береһе “Ҡаруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе Төньяҡ автовокзал биләмәһендә урынлашҡан. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам уҙғарыуға бәйле Туҡай, Цюрупа, Зәйнулла Рәсүлев, Комаров урамдарын өлөшләтә ябыу ҡарала.