Бөгөн Рәсәйҙәге иң ҙур тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алалар

1989 йылдың 4 июнендә Транс-Себер магистраленең 1 мең 710-сы километрында, Иглин районы Оло Теләк станцияһы янында, көслө шартлау була. “Новосибирск-Адлер” һәм “Адлер-Новосибирск” пассажир поездарына ут ҡаба. Унда 1 мең 284 кеше, шул иҫәптән 383 бала була. 11 вагон тимер юлынан сығып оса, ете вагон тулыһынса яна. Рәсми мәғлүмәт буйынса, 600-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлә, күптәр инвалид булып ҡала. Йыл һайын тимер юл фажиғәһе булған урында ҡорбандарҙы иҫкә алыу сараһы үтә.