Үҙ теләгең менән Ватан һағына. Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөү эше «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса ойошторолған. Республика район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән граждандар ошонда уҡ документ туплап, банк иҫәбе аса ала. Шулай уҡ медицина тикшереүе үтергә, анализдар тапшырырға мөмкин.
Барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә. Башҡортостанда контракт килешеүе төҙөүсе ир-егеттәргә бер тапҡыр түләнә торған аҡса күләме 1 миллион 400 һум, ә унан һуң - ай һайын кәмендә 210 мең юғары эш хаҡы ҡаралған. Бынан тыш яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә. Хәрби хеҙмәткә 60, айырым осраҡтарҙа 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр алына. Башҡортостанда теркәлеү мотлаҡ түгел.