Айыҡ ауыл конкурсында Байраҡатүбә ауылы призлы урын яуланы

Туймазы районының Байраҡатүбә ауылы быйылғы Айыҡ ауыл республика конкурсында Бәләкәй ауылдар номинацияһында 3-сө урын яулап, 1,5 миллионлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Аҡсаны улар ауыл мәнфәғәтенә тотонорға теләй. Коллегабыҙ Наил Юнысов еңеүселәр менән матур осрашыуҙа булып ҡайтты.

Байраҡатүбә ауылында Еңеү Аллеяһы барлыҡҡа килде. Тантаналы рәүештә ағас ултыртыу сараһында ауыл халҡы, район етәкселеге, ҡунаҡтар ҡатнашты. 2024 йылда ауыл активисы Альберт Ханнанов инициативаһы менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә һәйкәл урынлаштырыла. Бөгөн был тарихи урын йәш ағастар менән тулыланды.

Бөйөк Ватан һуғышында Илебеҙ 27 миллионлаған яугирын юғалтҡан. Байраҡатүбә ауылынан был аяуһыҙ һуғышта 62 кеше ҡатнашып, шуларҙың 19 кешеһе генә илебеҙгә еңеү яулап ҡайта алған.

Еңеү Аллеяһын асыу тантанаһында Айыҡ ауыл республика конкурсында әүҙемлек күрһәткән ауыл халҡына район хакимиәте Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Әйткәндәй, Еңеү АллеяһыТуймазы районы хакимиәтенән бүленгән аҡсаға булдырылды. Етәкселек әүҙемселәргә шундай бүләк яһаны. Ә Айыҡ ауыл конкурсында яуланған бер миллион ярымлыҡ сертификат яҡын арала ауыл халҡының сираттағы планын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк.

Наил Юнысов