Баймаҡ ҡалаһының «Сулпылар» бейеү студияһы йомғаҡлау концертын үткәрҙе

Сәхнәлә йәш һәләттәр. Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәге янында эшләп килгән «Сулпылар» бейеү студияһы йомғаҡлау концертын үткәрҙе. Балаларҙың уңыштары хаҡында киләһе сюжетта.

«Сулпылар» бейеү студияһы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары һәр саҡ ҡалала үткән төрлө тантаналы сараларҙың биҙәге булып тора. Бына инде 26 йыл балалар ижады үҙәгендә эшләп килгән түңәрәктә бихисап балалар бейеү серҙәренә төшөнә. Студияла 4 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге малай һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә.

Йомғаҡлау концертын “Сулпылар” студияһының иң бәләкәй бейеүселәре асты. Һәр сығышты тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балаларҙың барыһы ла талантлы, кәүҙәләренең һығылмалылығы, көйҙө тоя белеүе менән тамашасыларҙы һоҡландырҙы. Ата‐әсәләр, үҙ сиратында, студия етәксеһе Лилиә Йәрмөхәмәтоваға рәхмәттәрен еткерҙе.

Етәкселәре Лилиә Йәрмөхәмәтова халыҡ бейеүҙәрен тергеҙеүгә, шулай уҡ яңы бейеүҙәр һалыуға күп көс һала. “Сулпылар” ҙа үҙҙәренең уңыштары менән йыш ҡыуандырып тора. Ошо йылдар эсендә улар күп бейеүҙәр ҡуйған, төрлө фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашып бихисап наградалар яуланған.