Салауат районы Мөрсәлим ауылында янғын һүндереү-ҡотҡарыу бүлексәһе асылды

Вице-премьер Ирек Сәғитов хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотланы, алдынғыларға наградалар тапшырҙы. Яңы бүлексә Салауат районында 8 ауыл өсөн яуаплы була. Бында 4 мең ярымдан ашыу кеше эшләй. Премьер-министр Андрей Назаров янғын һүндереү-ҡотҡарыу хеҙмәте үҫешен стратегик яҡтан мөһим йүнәлеш тип билдәләне.