Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүәселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә

Республика Башлығы янындағы комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә конкурс иғлан итте. Ғаризаларҙы 1 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл һайын 3 премия  тапшырыла. Һәр береһенең суммаһы - 1 миллион  һум.