Иглин районында тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алдылар

Оло Тәләк фажиғәһенә 36 йыл. Бөгөн Иглин районында 1989 йылдың 4 июнендә теркәлгән ҡурҡыныс тимер юл фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алдылар.

Матәм сараһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр һәм һәләк булғандарҙың яҡындары, Иглин районы һәм Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһы хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты. Митингта шулай уҡ 20-се быуаттағы иң ҡурҡыныс аварияларҙың береһендә иҫән ҡалыусылар ҙа булды. Улар араһында бәрелешкән ике поездың машинистары Сергей Столяров менән Виктор Безверхий ҙа бар ине.

Инде 36 йыл үтһә лә, был көндө бер ҡасан да онотмайбыҙ. Фажиғә урынына йыл һайын киләбеҙ. Был аварияла беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ - машинистар ҙа һәләк булды. Уларҙың иҫтәлегенә мемориалға сәскә һалабыҙ.

Виктор Безверхий, 212-се «Адлер-Новосибирск» поезы машинисы

Ҙур фажиғә булды. Кемдер был аварияла ял итергә китеп барған балаларын, кемдер ирен һәм ҡатынын, башҡа яҡындарын юғалтты. Был көндө оноторлоҡ түгел.

Сергей Столяров, 2412-се электровоз машинисы

Тимер юл фажиғәһе 1989 йылдың 4 июнендә Транссебер магистраленең 1710-сы километрында, Әшә-Оло Тәләк арауығында теркәлә. «Адлер -Новосибирск» һәм «Новосибирск -Адлер» поездары осрашҡан мәлдә ваҡиға урынында көслө шартлау яңғырай. Һуңғараҡ асыҡланыуынса, уға эргәләге газ үткәргестән газ сығыуы сәбәпсе була. Авария 575 кешенең ғүмерен өҙә, тағы ла 600 кеше тән бешеүе һәм башҡа йәрәхәттәр ала. Тәүгеләрҙән булып аварияла зыян күреүселәргә Оло Тәләк һәм Иглин дауаханалары табиптары, янғын һүндереүселәр һәм урындағы халыҡ ярҙамға килә.