Туймазы ҡалаһынан Хәбировтар ғаиләһендә өс игеҙәк бала тыуған. Сабыйҙар Республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән. Бөгөн бәхетле пар үҙәктән тантаналы шарттарҙа сығып Туймазы ҡалаһына ҡайтты. Шатлыҡты сарала БЮТ ижади төркөмө лә булды.
Искәндәр, Радель һәм Аселя. Ике малай һәм бер ҡыҙ бер ай элек, бишенсе майҙа донъяға килгән. Йөклөлөктөң 33 аҙнаһында етлекмәй тыуған малайҙар ике килограмм тирәһе булһа, ҡыҙ ни бары бер килограм да 250 грамм тартҡан. Бер ай буйы улар перинаталь үҙәктең реанимация һәм интенсив терапия бүлегендә махсус аппараттар ярҙамында тәрбиәләнгән.
Өс бала менән йөклөлөк, әлбиттә еңел үткән тип әйтеп булмай. Йәш әсә һәм етлекмәй тыуған сабыйҙар табиптарҙын юғары кимәлдәге күҙәтеүе һәм хәстәре аҫтында була. Республика перинаталь үҙәгендә уның өсөн бөтә шарттар бар.
Хәҙер игеҙәк балалар ғәҙәттә, экстракорпораль аталандырыу менән тыуһа, Хәбировтарҙың игеҙәктәре -тәбиғи ысул менән. Бындай осраҡтар ҡатын-ҡыҙҙың нәҫелендә игеҙәк сабыйҙар булһа ҡабатлана. Резеда Риза ҡыҙының өләсәһенең игеҙәк балалары булған.
Бер юлы өс ейән һәи ейәнсәрле булған олатай менән өләсәй балаларҙы ҡарарға ярҙамлашасаҡ. Туймазы районында йәшәгән Ғәбдрәҡиповтарҙың хәҙер биш ейәне бар.
Хәбировтарҙың дүрт йәшлек ҡыҙҙары Өфөнән Туймазыға ике ҡустыға һәм һеңлеһенә апай булып ҡайтты. Ғаиләне алда бәхетле мәшәҡәттәр көтә.
Рәмилә Исмәғилева