Рәсәй Оборона министры Андрей Белоусов бойороғо буйынса Фларид Бирғәлин “За боевые отличия” миҙалы, “Сулпан” театры артисы Илнур Сәфәров Беренсе дәрәжә “Хәрби дан” миҙалына лайыҡ булған. Ижадсылар 2022 йылдың көҙөнән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. “Берҙәмлек һәм дуҫлыҡ беҙҙе көслөрәк итә. Ғаиләләребеҙҙе республика хәстәрләй. Беҙҙе Еңеү менән көтөгөҙ”, - ти артистар. Фларид Бирғәлин Юлия Чечеринаның фронт бригадаһы составында яугирҙар алдында сығыш яһай. “Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, республиканан 100-ҙән ашыу мәҙәниәт хеҙмәткәре хәрби хеҙмәткә юлланған.