Башҡортостан яугирына Жуков миҙалы тапшырылған

“Бабай” ҡушаматлы һалдат Благовещен районынан. Ул алғы һыҙыҡта ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән. Яҡташыбыҙ тураһында Благовещен районы хакимиәтенән хәбәр итәләр. “Бабай” 2023 йылдан алып “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ул Таһир Күсимов исемендәге батальондың штурм отряды һалдаты. Алыштарҙың береһендә ҡаты яраланған. Әле дауалау үтә. Һауығып сыҡҡас та иптәштәренә янына барырға ниәтләй. Махсус хәрби операцияға тиклем ҡалала слесарь булып эшләгән. Яугир коллегаларына һәм халыҡҡа гуманитар ярҙам ебәреүҙәре өсөн рәхмәт әйтә. “Һеҙҙең хәстәрлек беҙгә көс бирә, балаларҙың хаттары күңелде йылыта, өмөт уята”, - ти “Бабай”.