Уны Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам итәләр. Байрамдың төп сараһы – ҡорбан салыу. Ҡорбан ғәйете Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп Зөлхизә айының 10-сы, 11-се һәм 12-се көндәрендә башҡарыла. Ҡорбан ғәйете уңайынан бөгөн республиканың барлыҡ мәсеттәрендә байрам саралары үтә. Баш ҡалала ике урында ҡорбан салыу майҙансығы булдырылған. Береһе “Ҡаруан” сауҙа үҙәге алдында, икенсеһе Төньяҡ автовокзал биләмәһендә урынлашҡан. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, байрам уҙғарыуға бәйле Туҡай, Цюрупа, Зәйнулла Рәсүлев, Комаров урамдары өлөшләтә ябыла. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә кәңәш ителә.