“Экстрим-Парк Өфө” трассаһында уҙған ярыштарҙа Башҡортостан, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Һамар һәм Силәбе өлкәләренән йөҙгә яҡын спортсы ҡатнашты. Өфөнән Дмитрий Солянников, Учалынан Вадим Ҡәҙеров, Октябрьскийҙан Артур Низаметдинов, Кушнаренконан Ян Яковлев һәм Әмир Бурашев төрлө класлы мотоциклдарҙа уҙышыуҙа еңеү яуланы. Ветерандар араһында Өфөнән билдәле мотоуҙышсы Дмитрий Буланкин, балалар араһында Учалынан Тимур Ғәлиәкбәров беренсе урынға лайыҡ булды.