Баймаҡ ҡалаһы лагерҙары эш башланы

Күңелле каникул. Балаларҙың йәйге ялы файҙалы һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 5-се мәктәптәрендә көндөҙгө ял лагерҙары эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Иртәнге туғыҙҙан башланған көндөҙгө ял лагерына йөрөүсе балалар һуңламай мәктәп алдына йыйыла. Сөнки бында улар көн һайын мауыҡтырғыс уйындар уйнап, отрядтар менән ярыша, дуҫтары менән аралаша. Һәр төркөмдөң исеме, девизы, йыры ла бар. Бишенсе мәктәп янында ойошторолған «Ҡояшҡай» лагерында ял итеүсе Арсен Тотманов 3‐сө йыл рәттән ял итә, лидерлыҡ һәләттәре өсөн ул беренсе отряд командиры итеп тәғәйенләнгән.

Бишенсе мәктәптә 125 бала өсөн ял ойошторолған. 6 төркөмдә 20‐нән ашыу бала шөғөлләнһә, ҡаланың беренсе мәктәбендә 100 бала лагерға йөрөй. Улар өсөн ике тапҡыр туҡланыу ҡаралған. Иртәнге линейка, зарядканан һуң уҡыусылар ашханала ашай һәм үҙҙәренең төркөмдәрендә ойошторолған сараларҙа ҡатнаша, артабан дөйөм лагерҙа күңелле ял минуттарын үткәрә.

Быйылғы йылда Баймаҡ районында 606 бала мәктәп яны лагерҙарында ял итәсәк. Унда әҙ тәъмин ителгән күп балалалы, ғаилә ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, инвалид һәм һаулыҡ мөмкинектәре сикле балалар ял итә.