Унда бөтә илдән уйынсыҡ етештергән ойошмалар ҡатнаша. Биләмә бер нисә майҙансыҡҡа бүленгән. Сәхнәлә балалар өсөн төрлө тамашалар һәм күңел асыу саралары уҙа. Уйынсыҡтар байрамы тәү сиратта балалар өсөн ойошторолған. Ҡурсаҡ, уйындар аша сабый донъяны танып белә, тәрбиәләнә, тине фестивалде асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл уйынсыҡтар байрамына 200-ҙән ашыу кәсепсе саҡырылған. Улар халыҡҡа ҡул эштәрен тәҡдим итә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан киске 10-ға тиклем асыҡ була. Халыҡ конкурс, лекция, оҫталыҡ дәресе һәм спорт ярыштарында ҡатнаша ала. Республика театрҙары һәм популяр артистарҙың сығышы көтөлә. Көн һайын “Союзмультфильм” майҙансығы эшләй. Хәйриә акцияһы барышында балалар йорттары, дауахана һәм Өфө хосписына уйынсыҡтар бүләк итергә мөмкин. Балалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хаттар яҙа ала. Фестиваль 8 июндә тамамлана.