Башҡортостанда Алтай республикаһынан МХОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ял итә

"Йоматау" шифаханаһына тәүге ун кеше урынлаштырылды. Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак социаль селтәрҙә  яҙыуынса шиханала бушлай йәшәү һәм ашау ҡаралған. Быйыл йәй Башҡортостанда тағы бер нисә тиҫтә кеше өсөн ял ойоштороу мөмкинлеге бар. Андрей Турчак Башҡортостан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.