Инвесторҙар 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтте

Социаль өлкәне хәстәрләүсе яуаплы инвестор. Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 70 миллион һумлыҡ аҡсаны социаль объекттарҙы яңыртыуға йүнәлтә. Буранғол ауылы мәктәбенең интернатында һәм «Ирәндек» балаларҙы һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт эштәре үтәлеше хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Әбйәлил районында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тарафынан баҡыр мәғдәнен эшкәртеү һәм райондың социаль үҫешенә ярҙам итеү буйынса сараларҙы күҙәтеү советы ҡарарҙары ғәмәлгә ашырыла башланы.Был район һәм республика өсөн мөһим проект. Экологик һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡ мәнфәғәте иғтибар үҙәгендә.Ата-әсәләр үтенесе буйынса Буранғолда интернатта капиталь ремот башланған, «Ирәндек» һауыҡтырыу лагерында ла тиҙҙән заманса спорт майҙансыҡтары ҡороласаҡ.«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте райондың социаль үҫешенә 70 миллион һумлыҡ инвестиция йүнәлткән..

Беҙ балалар өсөн «Ғилем» олипиадаһын үткәрҙек, ағастар ултырттыҡ, Ҡыҙыл йылғаһы ярҙарын таҙарттыҡ. Буранбай ауылындағы мәктәп интернатына ремонт үткәрәсәкбеҙ, унда йыһаздар, заманса техника аласаҡбыҙ. «Ирәндек» спорт лагерына мең квадрат метрлыҡ спорт майҙансығы төҙөйбөҙ.

Таһир Бәхтигәрәев, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе

Буранғол мәктәбендә интернатта Алтынай һәм уның тиҫтерҙәре шыҡһыҙ һәм һалҡын бүлмәләрҙә йәшәгән.1984 йылда төҙөлгән бинала быға тиклем бер ҡасан да капиталь ремонт уҙғарылмаған булған.Шәрип ауылынан йөрөп уҡыған Алтынай менән Айсулпандың әсәһе интернат бинаһында ремонт башлаған инвесторға ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерҙе.

Был бүлмәлә һыуыҡ ине.Ҡыш көнө өйҙән обогреватель китлереп йылыта, иҙәнгә балаҫ түшәй инек. Интернатта ярты быуат ремонт үткәрелмәгән.Инвестор ООО «Салауатҡа» ата-әсәләр исеменән рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең балалар яңы уҡыу йылынан заманса яңы шарттарҙа белем алыр тип өмөтләнәбеҙ.

Айсилә Хашимова, Шәрип ауылында йәшәүсе

Төҙөүсе-ремонт бригадаһы эшселәре бинаны йылытыу өсөн ҡуйылған гипсокартонды аҡтара. Һуңынан стеналар грунтланасаҡ, улар тигеҙ булһын өсөн махсус маяҡтар ҡуйыла, шпаклевкалағандан һуң обой йәбештереләсәк.

Яңы уҡыу йылы башланыуға бина эстән дә, тыштан да танымаҫлыҡ булып үҙгәртеп ҡороласаҡ. Түшәм, фасад, түбә алмаштырыласаҡ,цоколь йылытыласаҡ, инженер селтәрҙәре тулыһынса алмаштырыласаҡ.

Был интернат 1 сентябргә әҙер булырға тейеш.Стеналарҙың торошо үҙгәрәсәк. Был тәҙрәлә бер камералы. Улар Урал шарттарындағы һалҡындарға бармай.Тәҙрәләр ике камералыға алмаштырыласаҡ, йылылыҡ системаһы тулыһынса үҙгәртеп ҡороласаҡ.

Хәйҙәр Мәғәфүров, Буранғол ауылы мәктәбе директорының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары

Был обьекттағы ремонт беҙҙең өсөн бик мөһим.Бында беҙҙең тәүлек әйләнәһенә балар йәшәй, белем ала.«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән ошо зданиела бик күп үҙгәрештәр көтөлә.

Земфира Хәлимова, Буранғол мәктәбе директорының уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары

Малай-ҡыҙҙар өсөн технология кабинеттары, СПОРТ залы яңыртылып, ҡорамалдар, спорт инветарҙары менән йыһаздарландырыласаҡ. Ашнаҡсылар ҙа яңы уҡыу йылынан өр-яңы шарттарҙа эш башларға ниәтләй.

Капиталь ремонттан һуң беҙҙең ашханала плитәләр, духовой шкафтар яңыртыласаҡ. Яңы уҡыц йылын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ.Яңы шарттарҙа балаларҙы төрлөлөндереп туҡландырасаҡбыҙ.

Гөлдәр Йәһүҙина, ашнаҡсы

Инвестор интернат менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан табип амбулаторияһында ла ремонт эштәрен башҡарасаҡ.

Беҙгә инвестор инеп бер юлы интернат менән бергә тәҙрәләрҙе, йылытыу селтәрҙәрен алмаштытырға вәғәҙәләне, улар 1984 йылдан бирле алмаштырылмаған.

Гөлйөҙөм Сабитова, Буранғол ауылының дөйөм табип практикаһы офисы шәфҡәт туташы

Әбйәлил районы социаль обьекттарында «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғмиәте үҙ иҫәбенә башҡарған эштәрҙен был башы ғына. Киләсәктә предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлау менән социаль, мәҙәни, спорт өлкәһендә ярҙам саралары тағы ла артыр тип күҙаллана.

Беҙҙә Ирәндектә баскетбол, волейбол, ҙур теннис өсөн спорт майҙансыҡтары эшләнәсәк. Был төҙөләсәк обьекттар балаларға спортта үҫеш бирәсәк

Фәрит Шәрәфетдинов, «Ирәндек» балалар һауыҡтырыу лагеры етәксеһе

Туп артынан сабыусы үҫмерҙәр «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамы менән яңы уҡыу йылынан заманса яңы спорт майҙасыҡтарында шөғөлләнә башлаясаҡ.

«Ирәндек»тә сменаһына 250-нән ашыу бала ял итә, сәләмәтлеген нығыта.Капиталь ремонт эштәре башланыу менән лагерҙа сменалар туҡтамаясаҡ. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн подрядсы ойошма капиталь ремонт уҙасаҡ майҙанды кәртәләп аласаҡ, ә төҙөлөш материалдары икенсе ҡапҡа аша ташыласаҡ.

2200 квадрат метрҙа төҙөкләндереү эштэрен башҡарасаҡбыҙ. Проектты учреждение етәксеһе менән бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Төҙөлөш майҙаны махсус рәүештә кәртәләп алынасаҡ, төхника өсөн махсус инеү урыны ҡаралған.Буранғол интернатында ла капиталь ремонт саралары сифатлы һәм әүҙем тормошҡа ашырыла.

Станислав Тарасюк, подрядсы ойошма етәксеһе

Спорт майҙансыҡтарын төҙөү буйынса тәжрибәһе булған подрядсы ойошма башҡарылған эштәргә 5 йылға гарантия бирә. Үҫмерҙәр ҙә лагерҙағы ыңғай үҙгәрештәргә шат.

Ирәндектә Динара тигән ейәнсәрем ял итә, дөрөҫөн әйтә алам, балаға унда оҡшай, бик яҡшы ҡаршы алғандар.

Юлай Ҡаҙаҡбаев, Асҡар ауылында йәшәүсе

Күреүегеҙсә, балалар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә Әбйәлил районындағы балаларҙың йәйге ялы юғары кимәлдә ойошторолоуына һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ыңғай ҡарашта. Пляж волейболы һәм резина япмалы футбол, баскетбол майҙансыҡтары үҫмерҙәрҙең спорт еңеүҙәрен бермә-бер арттырасаҡ ҡына.

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғмәте инвестор булараҡ Буранғол мәктәбе интернатында һәм «Ирәндек» һауыҡтырыу лагерында капиталь ремонт эштәрен башҡара. Ике обьект та яңы уҡыу йылы алдынан файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Гүзәл Борханова