Республика программалары ярҙамында Мәскәү ауылында уңайлы шарттар тыуҙырыла

Өлгө алырлыҡ ауыл биләмәһе. Дүртөйлө районының Мәскәү ауылы йылдам үҫешкән, республика проекттарында әүҙем ҡатнашып еңеү яулаған биләмәләр исемлегендә. Уның һөҙөмтәһендә урында бер-бер артлы социаль объекттар ҙа төҙөкләндерелә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Изге Ҡөрьән сүрәләре ғәйет көнөндә генә түгел, көн дә яңғырай. Ауылдаштар сәләмәтлегенә һәм ил тыныслығына доға ҡыла, әруахтар рухын шатландырырға ла онотмай.

Иман нурына ҡойоноп йәшәгән ауылдаштар яҡты киләсәккә айыҡ аҡыл менән эш итергә күнеккән. Быға урында алып барылған дини саралар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Бөгөн дә халыҡ эркелеп тигәндәй мәсеткә килгән.

Ауылдан сыҡҡан шәхестәргә ҡарата ла ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә. Улар ҙа яуапһыҙ ҡалмай. Атайсалына мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә тырыша. Әлеге мәсеткә лә заманында профессор Кенәз Ғәлимханов нигеҙ һалған. Бөгөн иман йорто ғалим исемен йөрөтә.

Уларға ҡарап үҫеп килеүсе быуын да өлгө ала. Балалар ҙа ауылдаштарына тап төшөрмәй тағы ла һөҙөмтәлерәк уңыштарға өлгәшергә тырыша. Мәскәү ауылы футбол командаһы илдең ниндәй генә ҡалаһында сығыш яһамаған да, ҡайҙа ғына еңеү яуламаған.

Ғөмүмән, Мәскәү ауыл биләмәһе район, республика һәм төбәк конкурстарының әүҙем ҡатнашыусыһы. Шишмә сығанағы биләмәһенә тиклем республика программаһы ярҙамында тәртипкә килтерелгән. Ә уңыш сере халыҡтың берҙәм эш һөҙөмтәһендә.

«Табыш» тип исемләнгән һыу сығанағы биләмәһе тантаналы рәүештә 11 июндә асыла. Сара байрам рәүешле билдәләнер тип көтөлә. Ә инде унан һуң урындағы халыҡ ауыл зыяратын кәртәләүгә тотонасаҡ. Ул «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Азат Ғәлиуллин