Өфөлә «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивале дауам итә

Өфөнөң Совет майҙанында «Әйҙә, уйнарға!» Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивале дауам итә. Программаға ярашлы, бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тиҫтәләп оҫталыҡ дәресе, төрлө конкурстар уҙғарылды, спектаклдәр ҡуйылды. Шулай уҡ сарала Рәсәйҙә етештерелгән уйынсыҡтар, кәсепселәрҙең ҡул эштәре лә тәҡдим ителә. Дуҫлыҡ һәм берҙәмлек байрамынан БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Арыҫлан балаһы менән Кеша ҡушаматлы тутыйғош. Совет йәнһүрәттәре персонаждары «Союзмультфильм» әҙерләгән интерактив майҙансыҡҡа саҡыра, бында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн сәғәт һайын яңы техника буйынса ижади оҫталыҡ дәресе уҙғарыла. Анимация һәм мультпликация буйынса белемде камиллаштырырға ла, шулай уҡ йәнһүрәттәр ҡарарға мөмкин.

«Әйҙә, уйнарға!» фестивалендә ҡатнашыусылар заманса технологиялар ярҙамында Ҡояш системаһын өйрәнә. Шулай уҡ пазлдар йыйып та, махсус арт-объектағы планеталарҙы буяп та, Йыһан тураһында яңы мәғлүмәт ала. Совет майҙанында республика музейҙары тарафынан да балалар һәм өлкәндәр өсөн интерактив программа әҙерләнгән. Ошонда уҡ төрлө күргәҙмәләр үтә.

Берәүҙәр робототехника, авиамоделләштереү серҙәренә төшөнһә, икенселәр ижади оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, кейеҙ баҫырға өйрәнде. Һәр кем күңеленә яҡын шөғөл табып, ваҡытын файҙалы һәм мауыҡтырғыс уҙғарҙы.

Әйҙә, уйнарға!«фестивалендә күптән хыялланған уйынсыҡты, өҫтәл уйынын да табырға мөмкин. Балалар араһында конструкторҙар популяр. Ағастан яһалғандары айырыуса ихтыяж менән файҙаланыла.

Өфөнөң Совет майҙаны Рәсәй төбәктәренән балалар тауарҙарын етештергән 150-нән ашыу предприятие һәм кәсепселәрҙе берләштерҙе. Быйыл ҡатнашыусылар географияһы киңәйеүе күҙәтелә, ә иң мөһиме продукцияның сифаты юғары булыуы билдәләнде. Быны, тәү сиратта, һатып алыусыларҙың күп булыуы дәлилләй. Кәштәләр янынан халыҡ өҙөлмәй. Фестивалдең мәҙәни программаһына килгәндә, төрлө концерттар, спектаклдәр ҡуйыла, йәнһүрәттәр күрһәтелә. Шулай уҡ майҙанда милли уйындарҙа ҡатнашырға мөмкин.

«Әйҙә, уйнарға!«фестивале йәкшәмбегә тиклем дауам итә. Бәхетле бала саҡ биләмәһендәге уйынсыҡтар һәм уйындар кескәйҙәрҙе көтөп ҡала

Гөлназ Хәйбуллина