Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфө районы Дмитриевка ауылында йәшәүсе Рәүилә Тәминдароваға «Герой-Әсә» исеме биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ун бала тәрбиәләп үҫтергән герой-әсә әле ейәндәрен ҡарарға ярҙамлаша. Йәмәғәт эштәрендә, махсус хәрби операция өсөн гуманитар ярҙам ебәреүҙә, маскировка селтәрҙәре үреүҙә ҡатнаша.
Рәүилә Тәминдарова үҙе ата-әсәһенең оҙаҡ көттөрөп донъяға килгән балаһы. Үзбәкстанда тыуған ханым тормош иптәше менән Башҡортостанға ҡайтып донъя көтә, ғүмер буйы ҡошсолок фабрикаһында эшләй. Дәүләткә хеҙмәт итергә лә, ғаиләне ишәйтергә лә өлгөрә. Һигеҙ ҡыҙ, ике ул үҫтерә.
Рәүилә Хатип ҡыҙының бер ҡыҙы ғына Ҡырымда йәшәй, ҡалған бөтә балалары Өфөнән алыҫ түгел. Бигерәк тә ял көндәре ишле ғаилә бергә йыйыла.
Иң ҙур ҡыҙына 50, кесеһенә 29 йәш. Балалары төрлө һөнәр эйәләре, шулай ҙа медицина юлын һайлаусылары байтаҡ. Ун бала тәрбиәләгән ханым хәҙер ун ике ейәнен үҫтерергә ярҙам итә.
Владимир Путиндың үҙенә герой -әсә исеме биреү тураһында хәбәрҙе улар телевизор аша белеп ҡала. Тура эфирға интервьюны ла уға ейәндәренә бәлеш бешереп торған ерҙә бирергә тура килә.
Рәмилә Исмәғилева