Благовар районы Яныш ауылына нигеҙ һалыныуға 290 йыл. Күркәм датаны ауылдаштар июль урталарында һабантуй итеп билдәләү маҡсатын ҡуя. Әйткәндәй, юбилей йылында яныштар быйылғы»Айыҡ ауыл«республика конкурсында еңеү яулаған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Яныш ауылында йәшәүселәр барлыҡ сараларҙы йыр-моң менән йәнәш алып бара. Бөгөнгө йыйылыш ауылдың юбилейына бәйле мәсьәләләргә арналды. Бер юлы ойоштороу комитеты ағзалары һайланды. Разия Абдрахманова мәҫәлән, бөгөндән ауылдың ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡарасаҡ.
Әйткәндәй, юбилей йылында яныштар»Айыҡ ауыл«республика конкурсында икенсе урын яуланы. Еңгән 3 миллион һумды улар ике төп урамды төҙөкләндереүгә тотонмаҡсы.
Ә конкурста улар өсөнсө тапҡырҙан еңеү яуланы. Быға йылдар дауамында халыҡтың республика район-ҡалаларына өлгө булырҙай проект тәҡдим итеүе булышлыҡ иткән. Эштең уңышы халыҡтың берҙәмлегендә, ти яныштар.
Ауыл төрлө яҡлап үҫешергә тырыша. Йәштәрҙе лә йәлеп итмәй ҡалмай. Яңы уҡыу йылынан мәҫәлән, ун йыллап буш торған мәктәп бинаһы яңыса эш башлаясаҡ.
Ә алда тағы ла мөһим бурыстар көтә. Юбилей алдынан ауылды тәртипкә килтереү маҡсаты тора. Өмәләр һәр ваҡыттағыса йыр-моң менән бергә үрелеп барасаҡ.
Азат Ғәлиуллин