Пиондар шау сәскәгә төрөнгән ваҡытта Өфө ботаника баҡсаһында уларҙың 500 ашыу төрө менән танышырға, уларҙы тәрбиәләү һәм үрсетеү хаҡында лекциялар тыңларға, иҫтәлеекә фотоға төшөргө мөмкин Билдәле булыуынса пион Ҡытай императорҙарының яратҡан сәскәһе. Пион сәскәләре башта аҡ, алһыу һәм ҡыҙыл төҫтә булған. Япон селекционеры Точи Ито уларҙың һары, ҡыҙғылт-һары, һары һәм мәрйен төҫөндәгеһен селекциялауға өлгәшә. Һуңғы йылдарҙа был ыҡсым ҡыуаҡ формаһын хәтерләтеүсе күп йыллыҡ сәскәләр беҙҙең төбәктә лә күпләп үҫтерелә. Башҡорт селекционерҙары тарафынан ғына хуш еҫле пиондарҙың 32 сорты сығарылған.