Ул Ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә. Республиканың барлыҡ мәсеттәрендә лә байрам саралары үтте, ҡорбандар салынды. Өфөлә «Ләлә» мәсетендә үҙған байрам вәғәзе БСТ телеканалында тура эфирҙа күрһәтелде. Изге ниәт менән башҡарылған эштәр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким материалында.
Байрам намаҙында теләктәр уртаҡ. Башҡортостан мәсеттәрендә Ҡорбан байрамы уңайынан төрлө милләт вәкилдәре намаҙ уҡып, вәғәз тыңланы. Хәйбулла районында байрам намаҙында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мосолман ҡәрҙәштәрҙе тәбрикләне.
Йыл һайын Ҡорбан байрамы Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был көн рәсми рәүештә ял тип иғлан ителде. Ҡорбан ғәйете республиканың барлыҡ мәсеттәрендә намаҙҙар уҡылды. Вәғәз тыңларға һәм ғибәҙәт ҡылырға мосолмандар ғаиләләре, балалары менән килгән.
Дин ҡәрҙәштәрен Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин тәбрикләне. Бөгөн республикабыҙҙа һәм Рәсәйҙә ҡорбан байрамының юғары кимәлдә билдәләнеүе, милләт, конфессия-ара татыулыҡ билдәһе.
Ҡорбан ғәйете көндө «Ләлә» мәсетенә диндарҙар иртә таңдан йыйылды. Мосолман ҡәрҙәштәр мәсет бинаһынан тыш, асыҡ һауала әҙерләнгән урынға ла теҙелеп ултырҙы. Мәсет халыҡ менән тулы. Үҙәк майҙанда ир-егеттәр урынлашһа, икенсе ҡатта ҡатын-ҡыҙҙар. Дин ҡәрҙәштәренә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мөрәжәғәт итте.
Йәмәғәт менән мәсеттә уҡылған намаҙ, яңғыҙ уҡығанға ҡарағанда 27 тапҡыр мәртәбәле, сауабы ла күберәк. Вәғәз тыңларға һәм ғибәҙәт ҡылырға мосолмандар ғаиләләре, балалары менән килгән.
Республикала ҡорбан салыу санитар талаптарға ярашлы, махсус йыһазландырылған урындарҙа атҡарылды. Ит, өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе-ҡорбан салдырған ғаилә өсөн, икенсеһе туғандарға, ҡунаҡтарға, өсөнсөһө мохтаждарға таратыла.
Алғы һыҙыҡтағы көсөргәнешле хәлгә ҡарамаҫтан Башҡортостан хәрбиҙәре дини байрамдарҙы онотмай. Улар әйтеүенсә, ҡорбан ғәйете-көслө рух һәм берҙәмлек билдәһе.
Ошо көндәрҙә блиндаждағы ашханала ҡорбан итенән төрлө ризыҡтар бешерелә. Изге байрам фронт шарттарында ла үҙгәрешһеҙ ҡалған мәңгелек ҡиммәттәрҙе иҫкә төшөрә. Ә иң мөһиме-Рәсәй хәрбиҙәренең дошманды еңеүенә ышанысты арттыра.
Флорида Ким, Рәмилә Исмәғилева