Уларҙың бурысы ватылған техниканы мөмкин тиклем тиҙерәк сафҡа индереү. Махсус хәрби операцияла был эш менән ремонт ротаһы шөғөлләнә. Алғы һыҙыҡтан алыҫ булмаған урында яугирҙар тәүлек әйләнәһенә хәрби машиналарҙы йүнәтә, броняны көсәйтә һәм дронға ҡаршы конструкциялар эшләй. Зыян күргән техникаға икенсе һулыш биреүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Алғы һыҙыҡта снайперҙарҙы ташыған был техника дрон һөжүменә дусар булған. Ярсыҡтар уның коробкаһына, генераторына һәм кузовына ҙур зыян килтергән. Ремонт ротаһы белгестәре Баггины тулыһынса һүтеп йыя. Еңел һәм маневрлы транспорт сараһы йәнә фронтҡа китергә әҙер.
Был ир-егеттәр Калашников автоматын ғына түгел, ә хәрби техниканы ла бәйле күҙ менән һүтеп йыйырға һәләтле. Махсус хәрби операция шарттарында тап ошо яугирҙар алғы һыҙыҡтағы көстө һәм мобиллекте тәьмин итеүҙә төп роль уйнай.
Ялан шарттарында ватан һаҡсылары алтын ҡуллы оҫтаға әйләнгән, тәү ҡарашҡа тергеҙеп булмаҫлыҡ техниканы ла улар хәҙер тәгәрмәскә баҫтыра. Яугирҙар әйтеүенсә, күптәренә «тимер ене» тап фронтта ҡағылған. Тыныс тормошта төрлө һөнәр эйәләре булған ир-аттар ил саҡырғас техника ремонтлау буйынса профессиональ белгескә әүерелгән.
Хәҙерге заман шарттарында бында дрондар ғәҙәти күренеш тиергә мөмкин. Улар махсус хәрби операцияның да айырылғыһыҙ өлөшө. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн ремонт ротаһы белгестре ғәҙәти булмаған алымдар ҡуллана. Шуларҙың береһе-дрондар менән көрәшеү өсөн техникалар башына махсус мангалдар ҡуйыу.
Ремонт ротаһы махсус хәрби операцияла иң йәшерен подразделениеларҙың береһе. Дошман тәү сиратта уларға һөжүм итергә тырыша. Шуға ла техникалар ҡуйы урман эсендә, ер аҫтындағы оҫтаханаларға ремонтлана.
Күренмәгән фронт яугирҙарын республика халҡы ла онотмай. Уларға даими гуманитар ярҙам килтерелә, шулай уҡ дәүләт наградалары тапшырыла. Был юлы ла бер төркөм хәрбиҙәр Миңлеғәле Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде.
Илдар Байбулатов