Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә

Башҡорт халыҡ ижадының рухи йәншишмәһе. Республикала тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнөн ҡаршылайбыҙ. Телселәр, әҙәбиәтселәр, фольклорсылар, барлыҡ башҡорт йәмәғәтселеге өсөн көтөп алынған ваҡиға. Боронғо эпик ҡомартҡыны танытыу, таратыу, киләсәк быуындарға еткереү маҡсатында төбәктә ҙур эштәр башҡарыла. Эпостың тарихы һәм тәрбиәүи көсө тураһында коллегам Азат Ғәлиуллин әңгәмәләште.