Башҡортостанда бөгөн беренсе тапҡыр “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнә

Был көн Республика Башлығы Радий Хәбировтың 30 майҙағы указына ярашлы үткәрелә. “Эпиҡ ҡомартҡыны һаҡлау һәм киләһе быуынға еткереү йәһәтенән саралар планы әҙерләнә”, - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Урал батыр” эпосында йәшәү мәғәнәһе кеүек мәңгелек ҡиммәттәр сағылдырыла”, - ти ғалим-этнолог Зәкирйән Әминев.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Урал батыр” эпосын халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. Машинкала баҫылған эпик ҡомартҡы тексының күсермәһе бөгөн Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейына тапшырыла. Был документтың төп нөсхәһе, ҡулъяҙма иҫкәрмәләр менән Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә һаҡлана.