700 меңдән ашыу кеше төҙөкләндерелергә тейешле биләмәләр өсөн тауыш биргән

Дәүләт хеҙмәттәре порталында ошондай мөмкинлек 12 июнгә тиклем ҡаралған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, исемлектә 241 йәмәғәт биләмәһе күрһәтелгән. Уларҙың 159-ы киләһе йылда төҙөкләндерелә. Башҡортостанда 2019 йылдан башлап 806 биләмә тәртипкә  килтерелгән.