Һөжүмсе Нэйтан Тодд "Салауат Юлаев" өсөн уйнамай

Был турала клубтың рәсми сайтында хәбәр ителә. Хоккейсы Өфө командаһы составына уҙған миҙгелдә ҡушылды. Даими беренселектә 68 осрашыуҙа 14 шайба индерҙе  38 һөҙөмтәле пас бирҙе. Плей-офта 4 уйында ҡатнашты. Уның иҫәбендә - ике шайба һәм 3 һөҙөмтәле пас.