Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө табиптары быйыл төрлө ауылдарҙа булып 55 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеген тикшергән. 4 меңгә яҡын сир асыҡланған. Бөгөн табиптар Әбйәлил, Ҡалтасы, Бүздәк, Стәрлетамаҡ, Кушнаренко райондарында эшләй. Был акция сентябргә тиклем дауам итә.