Яугир-интернационалист, махсус хәрби операция ветераны, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов 58-се йәшендә арабыҙҙан китте.
Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов 1968 йылдың 1 ғинуарында Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған. 1987 йылдың майынан 1989 йылдың ғинуарына тиклем Афғанстан республикаһында хәрби бурысын үтәгән. Тимерйән Рәжәпов 2015 йылдан бирле Луганск халыҡ республикаһына гуманитар ярҙам йыйыу һәм илтеүҙә әүҙем ҡатнашты. Луганскиҙа махсус хәрби операция башланғас, Тимерйән Рәжәп улы Башҡортостандан Донбасҡа гуманитар ылауҙар оҙатып барҙы.
Луганск халыҡ республикаһында уның тырышлығы менән Петровское ҡалаһының 22-се мәктәбенә генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелде. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар комдивы һәләк булған урында «Үлемһеҙлек бейеклеге» мемориалы төҙөлдө. 2024 йылда Тимерйән Рәжәпов Рәсәйҙең оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә хәрби бурысын үтәүгә юлланды.
Яраланған ветерандың Башҡортостанда дауаланғанда йөрәге туҡтай. Хеҙмәт итеү осоронда хөкүмәт наградаларына лайыҡ була: хәрби ҡаҙаныштары өсөн, СССР Ҡораллы көстәренә 70 йыл, Яугир-интернационалист билдәһе, СССР Юғары Советы грамотаһы. Эске эштәр министрлығы сафында хеҙмәт иткән ваҡытта күп һанлы ведомство миҙалдары һәм почет билдәләре менән бүләкләнгән. Әүҙем хәрби-патриотик эше, Донбасс халҡына күп яҡлы ярҙамы, Башҡортостан һәм Луганск Халыҡ Республикаһы халыҡтары араһында уңышлы үҙ-ара эш итеүе һәм хеҙмәттәшлеге өсөн Тимерйән Рәжәпов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде.