Барыһы ла устав буйынса һәм хәрбиҙәрсә. Баймаҡ ҡалаһының Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында, уның филиалдары-Бөрйән, Әбйәлил райондарында, Урғаҙа ауылында белем алыусы уҡыусылар өсөн 5 көнлөк хәрби йыйын ойошторолдо. Сарала 200-гә яҡын үҫмер ҡатнашты.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында һәм уның филиалдарында уҡыусы 2-се, 3-сө курс студенттары Баймаҡ ҡалаһында осрашты. Үҫмер егеттәрҙе бар яҡтан да һынаусы сара биш көнгә иҫәпләнгән. Ялан йыйыны ниндәйҙер дәрәжәлә хәрби хеҙмәт тормошоноң тәүге күнекмәләрен өйрәтеүсе сара булып тора.
Хәрби йыйын дүшәмбе тантаналы шарттарҙа асылды. Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының кадет төркөмө егеттәре взвод командирҙары итеп тәғәйенләнде, сөнки улар өсөн был тәүге сара түгел. Йылына бер нисә тапҡыр егеттәр республикала үткәрелгән төрлө хәрби йыйындарҙа ҡатнашып ярайһы ғына тәжрибә туплап өлгөргән.
Бындай хәрби йыйындар үҫмерҙәрҙең иғтибарын физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә, әрмелә хеҙмәт итеү өсөн кәрәкле оборона әҙерлеге буйынса белемде, оҫталыҡты һәм күнекмәләрҙе киңәйтеүгә һәм тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән, шулай уҡ ул әхлаҡи-психологик сифаттарҙы үҫтерә, тактик һәм хәрбиләштерелгән уйындар аша команда рухын һәм берҙәмлеген формалаштыра.