Өфөлә Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест» үтте

Ҡобан байрамының йомғаҡлау көнөндә «Хәләлфест». Октябрь районында урынлашҡан «Башҡортостан» лайфстайл сауҙа үҙәге майҙанында диндарҙар башҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Хәләлфест» уҙғарҙы. Мосолман эшҡыуарҙары сараға килеүселәрҙе ҡорбан итенән бешерелгән былау менән бушлай һыйланы. Сауҙә рәттәрендә ислам диненә арналған әҙәбиәт, өҫ кейемдәре, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн биҙәнеү әйберҙәре тәҡдим ителде. Балалартөрлө хәрәкәтле уйындарҙа ҡатнашты.