Башҡорт бейеүенә дан: Өфөлә «Байыҡ» телевизион конкурсы гала-концерты үтте

Республиканың төп сәхнәһендә-балалар. «Байыҡ» конкурсы башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыусыларҙы бер сәхнәгә йыйҙы. Өфөлә телеконкурстың гала-концертында 500-ҙән ашыу йәш бейеүсе майҙан тотто. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республикала 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар араһында башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» телевизион конкурсы 2009 йылдан уҙғарыла. Ошо ваҡыт эсендә проект Рәсәй кимәлендә танылыу яулап ҡына ҡалмай, халыҡ-ара статусҡа ла эйә булды. Фестивалдә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә коллективтар сығыш яһаны. Төрлө йылдарҙа конкурста Ирландия, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Чечня, Греция, Осетия, Ҡалмыҡстан, Татарстан, Бүрәт, Хакас, Тыва бейеүселәре ҡатнашты.

Яңғыҙ бейеүҙәрҙе башҡарыусы Илзирә 5 йәшенән башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә. Ул «Башҡортостан» концерт залы сәхнәһендә күмәк тамашасы алдында ла ҡаушап ҡалманы. «Шаян ҡыҙ» бейеүен башҡарып иң юғары баһа гран-при яуланы.

Сәхнәне тултырып бейеүсе рухлы егет Тимур Ишмуллин. Ул ышаныслы хәрәкәттәр аша Ватан һаҡлаусы ир-егеттәребеҙҙең ҡаһарман булмышын, батырлығыны сәхнәлә һынландырҙы. Тимур Ишмуллиндың уңышына етәксеһе Радик Бакиров та шат. Артабан да Тимур менән бейеү конкурстарында майҙан тоторға иҫәптәре.

«Байыҡ» балалар телевизион бейеү конкурсында сәхнә түрен тырыштар һәм маҡсатҡа ынтылыусы балалар йәмләне. Оҫта бейеүсе булыу өсөн улар репетицияларҙы ҡалдырмаған, хореографтар күрһәткәнсә тырышып бейеү хәрәкәттәрен өйрәнгән.

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киң. «Байыҡ» балалар телевизин конкурсы гала-концертында хатта Мәскәүҙән килгән бейеүселәр ҙә сығыш яһаны.

Абруйлы жюри ансамблдәр араһында «Хәйбулла» балалар бейеү ансамбле сығышын бер төптән гран-приға баһаланы.

Милли рухты, идеологияны пропагандалаусы «Байыҡ» бейеү конкурсы үҙ маҡсатына иреште. Сәхнәгә күтәрелгән төрлө милләт балаларын башҡорт халыҡ бейеүҙәренә булған һөйөү берләштерҙе.

Гүзәл Борханова