Өфөлә Флүр Исмәғилевтың 65 йәшлек юбилейына бағышланған шәхси күргәҙмә асылды

Өфө художество галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мишәр Фельдери-Флүр Исмәғилевтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозиция рәссамдың 65 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолған. Флүр Исмәғилев Көйөргәҙе районында тыуып үҫкән.

Оҙаҡ йылдар Күмертау ҡалаһында йәшәп ижад итә һәм ошонда рәссам булып өлгөрә. Әлеге ваҡытта ул баш ҡаланың 2-се балалар художество мәктәбендә уҡыта, 40 йылға яҡын инде республика һәм Рәсәй кимәлендәге күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Рәссамдың үҙенә генә хас һүрәтләү алымы менән яҙылған картиналары Башҡортостандан ситтә лә киң танылған. Флүр Исмәғилевтың ижадында кешенең эске донъяһы менән тәбиғәт күренештәре бер бөтөн булып тоташа. Ҡыл ҡәләм оҫтаһының яңы күргәҙмәһе лә поэтик хистәр донъяһына ылыҡтыра. Экспозиция менән 28 июнгә тиклем танышырға мөмкин.