Сит күҙҙәрҙән алыҫ, хәрби бәйләнеш һыҙығына яҡын. Махсус хәрби операция барышында сержанттарға ихтыяж артҡан. Шуға ла офицерҙар һәм рядовойҙар араһында бәйләүсе звено әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә. Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге полигондарҙың береһендә буласаҡ сержанттар тактика, ут, инженер һәм хәрби медицина нигеҙҙәрен үҙләштерә. Күнекмәләр барышын БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов күҙәтте.
Ҡапыл ырғытылған граната уҡыу өсөн тәғәйенләнгән, әммә киләһе хәрби припастың ысын булыуы мөмкин. Реаль шарттарҙа иҫән ҡалыу өсөн буласаҡ сержанттар күнегеүҙәрҙе йыш ҡабатлай.
Тактик дәрестәр һөжүм, оборона һәм засадалар үткәреүҙәге хәрәкәттәрҙе үҙ эсенә ала. Яугирҙар разведка алып барыуҙың, элемтә һәм идара итеү саралары ҡулланыуҙың заманса ысулдарын өйрәнә, шулай уҡ дошман разведкаһы сараларына ҡаршы тороу һәм маскировкалау алымдарын үҙләштерә.
Инструкторҙар ҡаты, заданиелар ҡатмарлы булһа ла ил һаҡсылары бирешмәй. Улар өсөн данлыҡлы Суворовтың «Уҡыуҙа ауыр-яуҙа еңел» тигән һүҙҙәре тормош девизына әйләнгән.
Һәр сержант үҙенең иңенә ниндәй яуаплылыҡ ятасағын яҡшы аңлай. Ул отделение командиры ғына түгел, үҙенең ҡул аҫтындағыларға өлгө булырға тейеш. Шуға ла уҡытыу барышында әхлаҡи-психологик әҙерлеккә, стресс хәлдәрендә ҡарарҙар ҡабул итеү һәм шәхси составтың хәрби рухын һаҡлау һәләтенә етди баҫым яһала.
Ә был урында хәрбиҙәр беренсе медицина ярҙамы күрһәтә. Улар ҡан ағыуҙы туҡтатырға, бинт һәм жгут һалырға, яралыларҙы һуғыш яланынан эвакуацияларға өйрәнә. Ә был ваҡытта рация аша дошман дроны яҡынлай тигән хәбәр килә. Хәйер, пилотһыҙ осоу аппараты алдағылары кеүек үк шунда уҡ атып төшөрөлә.
Курсты тамамлаған сержанттар подразделениеларға юллана. Махсус хәрби операцияның уңышы тап уларҙың профессионализмына һәм лидерлыҡ сифаттарына бәйле. Сержанттар әҙерләү-киләсәккә инвестиция, тимәк, Рәсәй армияһының көслө һәм дошманға әҙер булып ҡалыуына төп гарантия.
Илдар Байбулатов