Фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан хәреф машинкаһында йыйылған «Урал батыр» эпосының күсермәһе Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһының визит үҙәгенә тапшырылды. Китап баш ҡаланың «Самрау» нәшриәте ярҙамында ҙур форматта баҫтырылған. «Урал батыр» эпосы көнө тәүгә рәсми билдәләнгән көндә Күмертау ҡалаһында эпик ҡомартҡыны һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы эш башланы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Өфөлә үткән өсөнсө «Китап байрам» Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһенең киң тамашасыға сығарылыуы менән дә иҫтә ҡала. Артабан эпик ҡомартҡы «Урал батыр» эпосы көнөндә тантаналы шарттарҙа Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы визит үҙәгенә тапшырылды. Бынан ары, республика халҡы һәм ҡунаҡтары 1910 йылда Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алынған ҡомартҡының латин графикаһында баҫылған вариатын Шишмә районындағы музейҙа ҡарай аласаҡ.
Эпик ҡомартҡының төп нөсхәһе Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғилми архивында Мөхәмәтша Буранғоловтың шәхси фондында һаҡлана.
Эпослы халыҡ уның боронғолоғона ишара. Заманында ғалим-мифолог Салауат Ғәлләмов мәҫәлән, ентекле тикшеренеүҙәре нигеҙендә «Урал батыр»ға 4 мең йыл булыуын иҫбатланы. Ул сит илдәргә сығып боронғо сығанаҡтарҙы өйрәнә, уларҙың башҡорт халҡы тарихына ҡағылышлыһын йыйып, хронологик тәртипкә һала.
Республикала беренсе тапҡыр рәсми билдәләнгән «Урал батыр» эпосы көнөндә Башҡортостан Милли музейында төрлө тармаҡ белгестәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Унда эпосты өйрәнеү һәм таратыу, киңерәк майҙанға сығарыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.
Тарихи көн Күмертау ҡалаһы халҡы өсөн дә әһәмиәтле булды. Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика Башҡорт гимназия-интернатында «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең 27-се төбәк-ара конкурсы башланды. Йыл һайын ойошторола килгән сара быйыл республиканың 22 районы һәм 9 ҡала округы ҡатнашыусыларын бергә йыйҙы.
Йәш сәсәндәрҙең Төбәк-ара конкурсының бөгөн икенсе көнө тамамланды. Бәйгенең быйылғы еңеүсеһе шишәмбе билдәләнә.
Азат Ғәлиуллин