Ғафури районынан Зилә Романова ауыл почтальондары араһында уҙғарылған ил конкурсында еңде. Уға 250 мең һум аҡса тапшырылды. Зилә Романова Родина ауылында 10 йылдан ашыу хат ташыусы булып эшләй. “Мин халыҡ менән аралашам, уларға ярҙам итәм. Кешеләрҙе яратһаң ғына яҡшы почтальон булыу мөмкин”, - тигән фекерҙә ул. “Ауыл почтальоны” Бөтә Рәсәй конкурсы финалы Мәскәүҙә үтте. Ярыш беренсе тапҡыр уҙғарылды.