Иҫке Балтас ауылында утта өс баланың ғүмере өҙөлдө. Янғын урынында белгестәр эшләй. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, балаларҙың әсәһе һәм туғандарына республика психотерапия үҙәге табиптары ярҙам итә. Үлгән балалар 15, 9 һәм 3 йәштә була. Уларҙың атаһы махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.