Башҡортостан парламенты авария комиссарҙары статусы буйынса тәҡдимдәр әҙерләй

Дәүләт Йылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв ҡушыуы буйынса эш төркөмө булдырылған. Уны депутат, иҡтисад фәндәре докторы  Рөстәм Ахунов етәкләй. Авария комиссары статусы ҡанун буйынса нығытылырға тейеш. “Берҙәм реестр булдырыу мөһим. Комиссарҙарҙың һөнәри берләшмәһе һәм дәүләт автоинспекцияһы араһында бәйләнеш урынлаштырырға кәрәк. Улар автоһәүәҫкәрҙәрҙең мәнфәғәтен яҡларға тейеш”, - тип белдерҙе Константин Толкачев. Эш төркөмөнә Эске эштәр, Транспорт министрлығы вәкилдәре, страховка ойошмалары хеҙмәткәрҙәре индерелгән.