Республикала китап йыйыу акцияһы иғлан ителде

Сара Рәсәй көнө уңайынан уҙғарыла. Уның барышында балалар әҙәбиәте туплана. Акцияны Йәмәғәт палатаһы ойоштора. “Бөтә китаптар ауыл китапханаларына тапшырыла. Маҡсатыбыҙ яңы уҡыу йылы алдынан китап фондтарын байытыу”, - тип белдерҙе палата ағзаһы Рита Некрасова. 12 июндә китаптар Аксаков исемендәге баҡсала йыйыла. Сара көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 8-гә тиклем дауам итә. 1 сентябргә тиклем балалар әҙәбиәтен Зәки Вәлиди урамындағы 40-сы йортта ҡабул итәләр. Былтыр проект барышында республика ауылдарына 1 меңдән ашыу китап тапшырылған.