Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Пенза ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы парламентарийҙары советында ҡатнашты. Көн тәртибендә төбәктәрҙә спорт өлкәһен үҫтереү һәм балалар ялы һорауҙары ҡаралды. Башҡортостанда 16 ҙур спорт объекты төҙөлөшө бара. Тиҙҙән был исемлеккә еңел атлетика манежы һәм олимпия резервындағы училище индерелергә тейеш. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урынды биләй.
«Рәсәй - спорт державаһы» форумы барышында Радий Хәбиров ил президентына Өфөлә еңел атлетика манежын һәм олимпия резервындағы училище төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүен һорап мөрәжәғәт итте. Владимир Владимирович беҙҙе хупланы. Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса ла күп яҡлы эш алып барыла. Республика лагерь-шифаханаларында ярты миллиондан ашыу бала ял итәсәк. Район-ҡалаларҙа 1899 лагерь эшләй, профилле һәм тематик сменалар булдырылған. Республика башлығы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек һәм санитар-эпидемиологик талап мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.