Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланды

Төбәк аграрийҙарына мал башына 26 центнерҙан кәм булмаған берәмек мал аҙығы әҙерләү бурысы тора, тип хәбәр итә республиканың ауыл хужалығы министрлығы. Әле эш тамамланыу алдында. Тейешле 175 мең гектарҙың 160 меңендә мал аҙығы культуралары сәселгән.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан ауыл хужалығы министры быйыл мал аҙығы культуралары майҙаны яҡынса 600 мең гектар тәшкил итә тип белдерҙе. Шулай уҡ бөгөн 28 районда мал аҙығы әҙерләү эштәре дауам итә.